Федерация Советында Башҡортостан көндәрен үткәреү барышында махсус ойошторолған күргәҙмәлә республиканың социаль-иҡтисади ҡеүәте менән таныштырҙылар.
Күргәҙмә экспозицияһын Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко һәм Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡарап сыҡты. Стендтар республика тарихын һәм ҡаҙаныштарын сағылдыра. Уның бер өлөшө агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә һәм “Башҡортостан продукты” брендына арнала.