Башҡортостан етәксеһе бер баҫҡысҡа юғары күтәрелде12.03.2019
“Медиалогия” губернаторҙар рейтингында февраль айы йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров илдә 4-се урын алды. Алдағы осор менән сағыштырғанда, ул бер баҫҡысҡа юғары күтәрелде.

Беренсе урында – Мәскәү мэры Сергей Собянин, икенселә – Санкт-Петербург етәксеһе Александр Беглов, өсөнсөлә – Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев.

Волга буйы федераль округы төбәктәре башлыҡтары араһында Радий Хәбиров ныҡлы беренсе урынды биләй. Уның артынса Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңнеханов килә, артабан – Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин.





Вернуться назад