Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия (артабан — Комиссия) 2012 йылдың 15 июненән 15 июленә тиклем Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларына дәғүә итеүгә әҫәрҙәр ҡабул итә. Түбәндә комиссия тарафынан эшләнгән премияға дәғүә итеүгә әҫәрҙәр тәҡдим итеү һәм документтар тултырыу тәртибе баҫыла.
1. Дөйөм положениелар
1.1. Башҡортостан Республикаһы Президентының 1994 йылдың 31 авгусындағы “Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары тураһында”ғы 395-се Указына ярашлы ике йылға бер тапҡыр йәмәғәтселектә танылыу алған һәм Башҡортостан Республикаһының художество мәҙәниәтен байытҡан иң талантлы, яңылығы һәм үҙенсәлеклелеге менән айырылып торған әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн өс премия бирелә.
1.2. Конкурста эштәрҙе ҡабул итеү ваҡыты үткәнгә тиклем кәмендә ярты йыл алдан халыҡҡа сығарылған: әҙәбиәт өлкәһендә — матбуғатта донъя күргән; музыка, театр, һынлы, хореографик, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение өлкәһендә — йәмәғәтселектең киң ҡатнашлығында башҡарылған; архитектура өлкәһендә файҙаланыуға тапшырылған әҫәрҙәр ҡатнаша ала.
Комиссия тарафынан конкурста ҡатнашыуға рөхсәт бирелгән әҫәрҙәрҙең исемлеге республика матбуғатында баҫылып сыға.
1.3. Элегерәк Ленин премияһына, Рәсәй Федерацияһының йәки Башҡортостан Республикаһының Дәүләт премияларына лайыҡ булған әҫәрҙәрҙе күрһәтеү рөхсәт ителмәй.
1.4. Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияларына, Рәсәй Федерацияһының гуманитар эшмәкәрлек өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн дәүләт премияһына, йәш мәҙәниәт эшмәкәрҙәре өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты премияларына, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәҙәниәт өлкәһендәге премияларына дәғүә итеүгә күрһәтелгән әҫәрҙе бер үк ваҡытта ошо премияға тәҡдим итеүгә юл ҡуйылмай.
1.5. Конкурстан үтмәгән әҫәр ҡабатлап тәҡдим ителмәй. Авторҙарҙың яңы әҫәрҙәре премияға дәғүә итеүгә биш йыл үткәс кенә ҡайтанан күрһәтелә.
1.6. Премияға әҫәрен тәҡдим иткән авторҙар коллективы биш кешенән артмаҫҡа тейеш. Уның составына административ йәки ойоштороу бурыстарын башҡарған кешеләр индерелмәй. Бер автор ике һәм унан күберәк әҫәр буйынса премияға дәғүә итеүгә күрһәтелә алмай.
1.7. Авторҙар коллективына ингән кешеләрҙән тыш, авторҙарҙы вафат булғандан һуң премияға дәғүә итеүгә күрһәтеү рөхсәт ителмәй.
1.8. Дәғүәселәрҙе оҙаҡ йыллыҡ эшмәкәрлеге өсөн генә премияға тәҡдим итеү рөхсәт ителмәй.
1.9. Дәғүәселәр араһында премияға лайыҡлылар табылмаһа йәки дәғүәселәр һаны билдәләнгән премиялар һанынан кәмерәк булһа, премиялар бирелмәй йәки кәмерәк күләмдә бирелә.
2. Әҫәрҙәрҙе күрһәтеү
2.1. Премияға дәғүә итеүгә әҫәрҙәр министрлыҡтар, ведомстволар, предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре, уҡыу йорттары, гәзит һәм журнал редакциялары (артабан — тәҡдим итеүсе ойошма) тарафынан күрһәтелә.
2.2. Әҫәрҙе күрһәтеү тураһындағы ҡарар уны тәҡдим итеүсе ойошма идараһының коллегиаль органы (коллегияһы Президиумы, идараһы, художество йәки ғилми советы) ултырышында, хеҙмәт коллективы йыйылышында ҡабул ителә.
Коллегиаль органдың ултырышы составтың кәмендә өстән ике өлөшө ҡатнашҡан осраҡта хоҡуҡи тип иҫәпләнә. Әҫәрҙе күрһәтеү тураһындағы ҡарар йәшерен тауыш биреү юлы менән ҡабул ителә һәм тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың кәмендә өстән ике өлөшө уның өсөн тауыш бирһә, ҡабул ителгән тип иҫәпләнә.
2.3. Авторҙар коллективы составына өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индереү тәҡдим итеү тәртибен (2.2-се пункт) үтәп һәм комиссия менән килешеү буйынса тәҡдим итеүсе ойошма ҡарары менән (2.1-се пункт) айырым осраҡтарҙа ғына рөхсәт ителә.
2.4. Комиссияға тәҡдим ителә:
1) әҫәрҙе премияға дәғүә итеүгә күрһәтеү тураһында тәҡдим итеүсе ойошманың етәксеһе тарафынан ҡул ҡуйылған хат;
2) тәҡдим итеүсе ойошманың һәм башҡа авторҙаштар эшләгән ойошмаларҙың коллегиаль органдары ултырыштары протоколынан өҙөмтәләр, тейешле иҫәп комиссияларының протоколдары менән бергә;
3) һәр дәғүәсе тураһында мәғлүмәт;
4) эште һүрәтләү;
5) эшкә аннотация;
6) өҫтәмә материалдар.
3. Документтар тултырыу
3.1. Документтар Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия тарафынан эшләнгән өлгөләргә ярашлы тултырылырға тейеш.
3.2. Әҫәрҙе премияға дәғүә итеүгә тәҡдим итеү тураһындағы хатта уны күрһәтеүгә нигеҙләүҙәр, Башҡортостан Республикаһының социаль-мәҙәни үҫеше өсөн айырым әһәмиәтен раҫлаған дәлилдәр билдәләнергә тейеш.
3.3. Һәр дәғүәсе тураһындағы мәғлүмәттәр уның төп анкета күрһәткестәрен һәм тәҡдим ителгән әҫәрҙең башҡарылыуына аныҡ ижади өлөшөн үҙ эсенә алырға тейеш.
3.4. Әҫәрҙең һүрәтләмәһендә (иң күбе 25 бит) уның атамаһы, маҡсаттары, төп бурыстары, йөкмәткеһе, шарттары, һуңғы һөҙөмтәләре һәм халыҡҡа сығарыу ваҡыты, балаларға һәм йәштәргә тәрбиә биреүгә, республиканың социаль-мәҙәни үҫешенә индергән өлөшө күрһәтелә.
3.5. Аннотацияла (иң күбе бер бит) әҫәрҙең атамаһы, авторҙарҙың фамилиялары, тәҡдим итеүсе ойошманың тулы атамаһы, әҫәрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе, йәмәғәтселектә танылыу яулауын раҫлаған күрһәткестәр билдәләнә.
3.6. Өҫтәмә материалдар авторҙарҙың теләге буйынса тәҡдим ителә ала.
3.7. Барлыҡ документтар һәм өҫтәмә материалдар компьютерҙа урыҫ телендә баҫылырға һәм заманса әҙәби тел нормаларына тап килергә тейеш.
4. Документтар ҡабул итеү
4.1. Премияға дәғүә итеүгә документтар комиссияға түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, 328, 419-сы бүлмәләр.
Белешмәләр өсөн телефондар: 280-80-93, 280-80-75.
Комиссияның эше тураһындағы мәғлүмәттәр
[email protected] сайтында урынлаштырылған.
4.2. Әҫәрҙәрҙе тәҡдим итеү һәм документтар тултырыуҙың ошо тәртибен боҙоп тапшырылған йәки почта аша ебәрелгән материалдар ҡаралмай.