Мөһим саралар көтөлә11.03.2019
12-13 мартта Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғарыла. Сара республиканың 100 йыллығына арнала. Башҡортостан делегацияһына республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселек итәсәк, тип күҙаллана.

12 мартта Федерация Советының алты комитетында беҙҙең депутаттар ҡатнашлығында киңәйтелгән ултырыштар үтәсәк. Уларҙа инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу, ауыл хужалығын, медицина технологияларын үҫтереү, республикала махсус иҡтисади биләмәләр ойоштороу, Башҡортостандағы дәүләт власы органдарының коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү тәжрибәһе, таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау юлы менән экологик хәлде яҡшыртыу, VI Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек мәсьәләләре тикшереләсәк. Был көндә Мәскәүҙең “Сокол” спорт комплексында Федерация Советы һәм республика командалары араһында волейбол һәм футбол буйынса иптәштәр матчы ойошторола.

13 мартта Федереция Советында Башҡортостандың социаль-иҡтисади ҡеүәтен сағылдырған күргәҙмә асыла. Рәсәй парламентының юғары палатаһы ултырышында республикаға арналған “Рәсәй Федерацияһы субъекты сәғәте” уҙғарыла.




Вернуться назад