Өлфәт Мостафин – бишенсе11.03.2019
“Медиалогия” компанияһы Волга буйы федераль округының баш ҡалалары мэрҙарының февраль айы буйынса медиарейтингын әҙерләгән. Беҙҙең Өлфәт Мостафин унда бишенсе урын яуланы. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Түбәнге Новгород мэры Владимир Панов, Һарытау лидеры Михаил Исаев, Ҡазан мэры Илсур Метшин һәм Киров башлығы Илья Шульгиндан ҡалыша.

Тикшеренеү киң мәғлүмәт саралары базаһы нигеҙендә ҡорола, унда 50 мең самаһы сығанаҡ ҡулланыла: ТВ, радио, гәзит-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет.

Әйткәндәй, ноябрь айында Өлфәт Мостафин был рейтингтың лидеры булғайны, ә ғинурҙа өсөнсө урын яуланы.


Вернуться назад