Һөҙөмтә һөйөнөслө07.12.2011
– Дәүләт Думаhына hайлау ыңғай үтте, алдағы биш йылда илебеҙҙең хоҡуҡи үҫешен тәьмин итерлек эшлекле парламент булырына ышаныс ҙур, – тине республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияhының Башҡортостан төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев 5 декабрҙә үткән матбуғат конференцияhында.
Партияның төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов hайлауҙың ҡатмарлы шарттарҙа уҙыуын билдәләне. «Минеңсә, был осор ҡәҙимгесә булманы. Әле hаман иҡтисади көрсөк эҙемтәләре бөтмәгән, шуға ла барлыҡ тәнҡит hүҙҙәре, власть партияhы булараҡ, беҙҙең өҫкә яуҙы, – тине ул. – Ләкин, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Рәсәй төбәктәре араhындағы иң яҡшы күрhәткестәрҙең береhенә өлгәштек».
2007 йылғы hайлау менән сағыштырғанда, быйыл халыҡтың тауыш биреү әүҙемлеге 10 процентҡа түбәнерәк булған, әммә барыбер, ил буйынса алғанда, беҙҙә хәл күп төбәктәрҙән яҡшыраҡ. «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре hуңғы йылдарҙа сәйәси майҙанда бүтән партияларҙың да лайыҡлыраҡ сығыш яhай башлауын hәм улар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуҙарын билдәләне.
М. ДАЯНОВ.


Вернуться назад