Съезд апрелдә үтә05.03.2019
Съезд апрелдә үтәБыйыл 18 апрелдә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында Урындағы үҙидара көнөн һәм республиканың муниципаль берәмектәренең VIII съезын үткәреү планлаштырыла. Был туралағы ҡарарға төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, ойоштороу комитеты раҫланды, уның рәйесе итеп – Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин билдәләнде.

Ойоштороу комитетына саралар планын булдырыу һәм әҙерләү бурысы йөкмәтелһә, республика Хөкүмәтенә сығымдарҙы финанслауҙы тәьмин итергә ҡушылды.

Урындағы үҙидара органдарына Урындағы үҙидара көнө айҡанлы саралар үткәрәү тәҡдим ителде.


Вернуться назад