Ҡаҙнаның һәр һумы иҫәптә07.06.2012
Ҡаҙнаның һәр һумы иҫәптәКисә Өфөгә вазифалы ҡунаҡтар килде. Улар Рәсәй Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин, “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды” дәүләт корпорацияһының генераль директоры Константин Цицин, Рәсәй Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Павел Крашенинников ине. Сәбәбе: баш ҡалалағы Конгресс-холда Рәсәй Контроль-иҫәп органдары ассоциацияһы президиумының ултырышы булды.

Ултырышты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев асты һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменән Ҡаҙнаның һәр һумы иҫәптәсәләмләне. Константин Борисович фекеренсә, бөгөн ассоциация бюджет аҡсаһын тотоноуға финанс контроле яһау бурысын бик уңышлы үтәй.
— Ҡаҙнанан урлаусылар менән ныҡлы көрәш алып барырға, идарасылыҡ ҡабул иткән ҡарарҙарҙың һөҙөмтәлелеген арттырырға тейешбеҙ. Төп бурысыбыҙ — бюджеттағы һәр һумдың һөҙөмтәле эшмәкәрлеген тәьмин итеү, — тине ул. — Беҙ булған етешһеҙлектәрҙе йәшермәйбеҙ. Республиканың Контроль-иҫәп палатаһы уларҙы табып асып ҡына ҡалмай, ә ни өсөн килеп сығыу сәбәптәрен дә асыҡлай. Башҡортостанда республика бюджеты аҡсаһына контроллек итеү буйынса ҙур тәжрибә тупланған. Эшләнмәләребеҙ илдең башҡа төбәктәре өсөн дә файҙалы булыр тип ышанам.
Ҡаҙнаның һәр һумы иҫәптәАссоциация президиумы ултырышы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына бүленгән аҡсаны һөҙөмтәле файҙаланыуҙы контролдә тотоуға арналды. Сергей Степашин, Константин Цицин, Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов һәм башҡалар сығыш яһаны. Палата рәйесенең доклады бик мәғлүмәтле булды. Былтырғы тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ғына ойошмалар иҫәбе һәм республика бюджетына 465 миллион һум аҡса ҡайтарылған. Милекте һөҙөмтәһеҙ файҙаланыуҙан күргән зыян өсөн миллиард ярым һум ҡапланған.
Ултырышта билдәләнеүенсә, Башҡортостанда бюджет аҡсаһын файҙаланыуҙы контролдә тотоусы тәьҫирле система булдырылған, республиканың Контроль-иҫәп палатаһы тураһындағы закон яңыртылған һәм уның составы нығытылған. Торлаҡ-коммуналь хужалығына туҡталып, рәйес тармаҡтың даими республика етәкселеге иғтибары үҙәгендә тороуын һәм өҫтөнлөклө өлкә булыуын билдәләне. Тармаҡҡа бик күп аҡса бүленә һәм Контроль-иҫәп палатаһы уны файҙаланыуҙы һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тота.
Әлфиә ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад