Йорт яңыра, яңырмаһа – һүтелә07.06.2012
Республика Хөкүмәте йортонда "Башҡортостан Республикаһында “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды” дәүләт корпорацияһының программаһын тормошҡа ашырыу" тигән кәңәшмә үтте.

Күп фатирлы йорттар менән бөгөн 388 ойошма идара итә, дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотоу, ремонт эштәре башҡарыу улар иңендә. 375 ойошма иһә шәхси һанала. Башҡортостанда идара итеүсе компанияларҙың һәм торлаҡ милекселәре ширҡәтенең эшмәкәрлеген тикшереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Әлеге ваҡытта эш графигы республика Прокуратураһы менән килешелгән, 1091 протокол-тикшереү үткән.
Башҡортостанда күпселек торлаҡ йорттар совет осоронда төҙөлгән һәм ныҡ иҫке. Ә үткән быуаттың 90-сы йылдарында күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау күләме күпкә түбән була. Бөгөн республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының – дәүләт корпорацияһының капиталь ремонт үткәреү программаһын тормошҡа ашыра.
2008 йылдан алып 2012 йылға тиклем торлаҡ-коммуналь хужалығы фонды тарафынан республикаға 10 миллиард һум аҡса күсерелгән, шуның 6,4 миллиард һумы күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға, 4,3 миллиарды граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереүгә тотонолған. 1170 урамға капиталь ремонт яһалған. 240 мең кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Авария хәлендәге йорттарҙан 15,7 мең кеше күсерелеп, 592 йорт һүтелгән. Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда Башҡортостанда иң күп граждан иҫке йорттарҙан күсерелгән.
2010 йылдан башлап Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программалары уңышлы эшләй. Ошо маҡсатта республика бюджетынан өс йыл эсендә 498 миллион һум аҡса тотонолған.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.


Вернуться назад