Был турала төбәк етәксеһе “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы советтарҙағы фракциялары етәкселәре менән осрашыуҙа әйтте. Радий Хәбиров, яңы һайланған республика етәксеһе халыҡты алдаманым, һайлауҙа ғәҙел эш иттем тигән әхлаҡи нигеҙҙәргә эйә булырға тейеш, тигән фекерҙә. Әле иһә һайлауҙың легитимлығын тәьмин итерлек ойоштороу, технологик һәм сәйәси саралар күрелә.
– Конкурентлыҡ та, бәхәстәр ҙә булыр, республика халҡына программабыҙҙы ла ентекле аңлатырбыҙ. Минең өсөн һайлау алды кампанияһы 11 октябрҙә башланды. Лайыҡлы еңеп сығыу өсөн беҙ тупланырға тейешбеҙ, – тине ул.
Әйткәндәй, республика Башлығын һайлау быйыл 8 сентябрҙә үткәрелә. Төбәк етәксеһе биш йылға һайлана. Икенсе дәүләттең гражданлығына эйә булмаған, 30 йәше тулған Рәсәй гражданы ошо вазифаға дәғүә итә ала. Сәйәси партиялар, шулай уҡ граждандар үҙ кандидатураһын тәҡдим итеү хоҡуғына эйә. Яңы һайланған төбәк Башлығы рус һәм башҡорт телдәрендә ант иткән мәлдән вазифа бурыстарын башҡара башлай.