Сигенергә урын юҡ! Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы өсөн тауыш бир!16.11.2011
Совет социализмының ҡыйралыуына системалы көрсөк сәбәпсе түгел. Рәсәйҙең күп быуатлыҡ тарихының иң юғары дәрәжәһе уҙған быуаттың 70-се йылдарына тура килә. Эйе, был системала етешһеҙлектәр һәм етәкселектә хаталар булды. Әммә улар асыҡтан-асыҡ күҙгә ташланып торҙо, уларҙы төҙәтергә мөмкин ине. Ә бөгөн нимә күрәбеҙ?
Бер нисә йыл элек Думаға һайлауҙа “власть партияһы” беҙгә:
— күпләп шәхси торлаҡ төҙөүҙе;
— ауыл хужалығында техник революцияны;
— граждандарҙың бөтөн килеменең йылдам артыуын;
— торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙәрҙе икеләтә (!) кәметеүҙе;
— һәр гражданға — тәбиғи байлыҡтарҙан алынған килемдән өлөш;
— һәр ғаиләгә — шәхси торлаҡ;
— Төньяҡ Кавказды Рәсәйҙең туристик һәм шифахана Мәккәһенә әүерелдереүҙе вәғәҙә иткәйне.
Власть халыҡтың ярлыҡауына, татыулыҡҡа һәм берҙәмлеккә йүнәлеш алыуы хаҡында иғлан итте. Асылда иһә был ярлыҡау урланғанды законлаштырыуға, халыҡтың төп байлығы: ерҙе, һыу, урман, тәбиғи монополияларҙы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты хосусилаштырыуға ризалыҡ биреүенә әүерелде. Ялланған хеҙмәткәрҙе тулыһынса хужа ҡарамағына тапшырған яңы Хеҙмәт кодексын ҡабул итеүгә ризалыҡ бирелде. Путин осоронда халыҡты талау күләме Ельцин дәүере менән сағыштырғанда күпкә юғарыраҡ булды. Фәҡирҙәр менән байҙар араһындағы айырма ҡот осҡос ҡолас алды. Халыҡтың 7 проценты милли килемдең 80 процентына эйә, ә валютаға эйә 53 миллиардерҙың байлығы бөтөн Рәсәй халҡының йыллыҡ килеменең яртыһын тиерлек тәшкил итә. Миллиардерҙың көндәлек килеме йөҙҙәрсә миллион һумға етә. Шул уҡ ваҡытта башланғыс мәктәп уҡытыусыһы үҙенең хеҙмәте өсөн йәшәү минимумынан икеләтә түбәнерәк эш хаҡы ала. Илдәге иң бай халыҡтың 10 проценты менән иң фәҡир 10 проценты араһындағы айырма 25 тапҡырға етә. БМО белгестәре иҫкәртеүенсә, 10 тапҡырлы сикте үтеү социаль шартлау тыуҙырыуы ихтимал.
Күреүебеҙсә, капитализм реставраторҙары партияһы лидерҙары вәғәҙәһен киреһенсә үтәй. Шуға күрә уларҙың бөгөнгө ылыҡтырғыс һүҙҙәренә ышанырға ярамай.
Рәсәйҙе фәҡир сеймал ҡушылдығына әүерелдереү менән килешә алмай патриоттар. Улар иҫәбенә халыҡтың күпселеге — эшселәр, крәҫтиәндәр, зыялылар, ветерандар, йәштәр инә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ хужалары ла ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Эре капитал уларҙы бөлгөнлөккә этәрә. Әммә патриоттар тарҡау, шуға күрә дәүләт сәйәсәтенә етди йоғонто яһай алмай. Уларҙы берләштерерлек маҡсат — сеймал тармаҡтарына түгел, ә сәнәғәткә һәм ауыл хужалығына булышлыҡ итеү, социаль сәйәсәтте халыҡ мәнфәғәтендә тормошҡа ашырыу. Ошондай маҡсат ҡуйған һәм уға өлгәшеү программаһына эйә булған берҙән-бер партия — Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы.
Патриоттар берләшеп һайлауҙа еңеү мөмкинлегенә эйә. Александр Лукашенко етәкселегендәге Белоруссия һәм Уго Чавес етәкселегендәге Венесуэла патриоттары ошо рәүешле власҡа килде. Рәсәй патриоттарына ла эште ниңә ошонан башламаҫҡа?
Рәсәй Коммунистар партияһы программаһы совет социализмының һәм заманса иҡтисадтың иң яҡшы яҡтарын берләштереүҙе күҙ уңында тота. Ул ҡырағай баҙарға көйләнелгән мөнәсәбәттәргә күсеүҙе күҙ уңында тота. Рәсәйҙе тотороҡло үҫеш юлына сығарыуҙа башҡа мөмкинлек юҡ.
Коммунистар программаһында йәштәрҙе тәрбиәләүгә етди иғтибар бирелә. Ватандың, халыҡтың киләсәге — уның ҡулында. Тәрбиә — ғаиләнең генә түгел, шулай уҡ дәүләт менән йәмғиәттең дә эше. Ватансылыҡ, социаль ғәҙеллек, эшһөйәрлек, интернационализм, гражданлыҡ бурысыңа, ғаиләгә, балалар тәрбиәләүгә яуаплы ҡараш, ололарға ихтирамлы мөнәсәбәт һәр цивилизациялы йәмғиәттең әхлаҡи нигеҙен тәшкил итә. Реформаторҙар, халыҡты дәрәжәһенән, намыҫынан мәхрүм итеп, һүҙһеҙ батрактарға әүерелдерергә теләүселәр файҙаһына ошо ҡиммәттәрҙе юҡҡа сығарырға ынтыла. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ярты быуат мәктәптә, юғары уҡыу йорттарында, фән өлкәһендә эшләүсе тарихсы булараҡ йәштәргә, өндәшмәҫ күпселеккә мөрәжәғәт итәм. Власть телевидениеһы, башҡа киң мәғлүмәт саралары һеҙҙе алдай. Һөҙөмтәлә граждандарыбыҙҙың күпләп сәйәсәттән ситләшеүен күрәбеҙ. Әлеге хәлдә был — Тыуған илгә хыянат итеү. Рәсәйҙе талауҙы туҡтатырға кәрәк. Һеҙҙең әүҙем ҡатнашлыҡтан тыш быны тормошҡа ашырыу мөмкин түгел.
Властың Рәсәй энергия сығанаҡтары экспорты аша байыясаҡ тигән маҡсаты — енәйәт. Шуға күрә Ватан етештереүе емерек хәлдә, ә халыҡ — фәҡирлектә. Был — системалы көрсөк дәлиле. Уны социализмға табан йүнәлеш алыу аша ғына еңеп сығырға мөмкин. Рәсәй партиялары араһында Коммунистар партияһы ғына ошо йүнәлештә бара.
Һайлауҙа сираттағы хата Рәсәйҙе тулыһынса юҡҡа сығарыуы, балаларыбыҙҙы, ейәндәребеҙҙе, бүлә-бүләсәрҙәребеҙҙе ярыҡ ялғаш алдында ҡалдырыуы ихтимал. Уйлағыҙ һәм хәл итегеҙ!
В. ШУКЛЕЦОВ,
тарих фәндәре докторы, профессор.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика