Бөгөн тауарҙың һәм хеҙмәттәрҙең сифаты мөһим роль уйнай. Шуға күрә республикала Башҡортостан Президентының тауарҙарҙың сифаты өлкәһендәге премияһына лайыҡ булыу предприятиелар өсөн ҙур мәртәбә. Кисә уҙған йылда еңеүсе тип табылған һигеҙ предприятие етәксеһе ошо премия менән бүләкләнде. Уны республика Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе тапшырҙы, тантанала шулай уҡ Бөтә Рәсәй сифат ойошмаһы президенты Геннадий Воронин менән Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Александр Зажигалкин ҡатнашты.
— Конкурстың маҡсаты — етештергән тауарҙың сифатын юғары кимәлгә күтәреүгә булышлыҡ итеү. Беҙ баҙарҙа заманса, хәүефһеҙ, кәрәкле тауарҙар һәм хеҙмәттәр булыуын теләйбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Штрафтар менән сифатты күтәреүгә өлгәшеү мөмкин түгел. Башҡа юлдарҙы табыу кәрәк,
премия биреү — шуның бер ысулы.
Башҡортостанда Президент премияһы 2002 йылда булдырылғайны. Ошо ваҡыт эсендә республиканың 90-дан ашыу предприятиеһы уға лайыҡ булды. Күптәр бер нисә йыл рәттән ошо мәртәбәле сарала ҡатнаша һәм призлы урындарға лайыҡ була. Әйтергә кәрәк, бөгөн улар алдынғы һәм билдәле ойошмаларҙан иҫәпләнә.
Быйыл да конкурста 35 предприятие ҡатнашырға теләк белдергәйне. Улар араһынан һигеҙе еңеүсе булараҡ һайлап алынған. Шулай итеп, беренсе дәрәжә дипломға “Пакер” ғилми-етештереү фирмаһы”, “ТЕХНОПЛЕКС” заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре лайыҡ булды. “Каустик” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы”, “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Башҡортостан тармаҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм етештереүҙә хәүефһеҙлек институты икенсе дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Ә өсөнсө урынды “Башгипронефтехим” дәүләт унитар предприятиеһы менән Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты яуланы.
— Беҙ быйыл конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашабыҙ, — тине Стәрлетамаҡ икмәк комбинатының генераль директоры Юлия Герасимова. — Ошондай ҙур нефть химияһы һәм башҡа “ауыр сәнәғәт” предприятиелары араһында аҙыҡ-түлек етештереүсе булараҡ тәүге тапҡыр ҡатнашҡанда уҡ призлы урын алыуыбыҙ бик ҡыуаныслы. Артабан да сифатты яҡшыртыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.
Башҡа предприятиелар етәкселәре лә сифат мәсьәләһенә иғтибарҙың артасағы тураһында һөйләне, эштәрен юғары кимәлдә билдәләгән өсөн республика етәкселегенә рәхмәтен еткерҙе.
Әлфиә ӘЙҮПОВА.