Оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин төбәктәге муниципалитеттарҙа административ комиссиялар эшмәкәрлеген камиллаштырыу тураһында һөйләне.
Уның әйтеүенсә, муниципалитеттар административ комиссияларҙың ҡеүәтен төрлөсә файҙалана, айырым осраҡтарҙа йәмәғәт именлеген, хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләрен хәл иткәндә уларҙың әһәмиәтен баһалап еткермәй.
Әле республикала административ комиссияларҙың даими нигеҙҙә эшләгән яуаплы секретарҙары һаны арттырылған. Һәр ҡалала һәм районда ошондай хеҙмәткәр бар. Быйылдан төбәктә уларҙы ҡарауға ҡаҙнанан 65 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Шул уҡ ваҡытта Александр Сидякин административ штрафтарҙы түләтеү кимәленең түбән булыуын билдәләне. Былтыр административ комиссиялар ҡарары буйынса ҡаҙнаға ни бары 37 миллион һум самаһы аҡса индерелгән.