Фекер алышырға саҡырабыҙ06.06.2012
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай “Башҡортостан Республикаһындағы социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында”ғы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Проект Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитет тарафынан эшләнгән.

Ул ошондай ойошмаларға дәүләт ярҙамының хоҡуҡи нигеҙҙәрен, принциптарын, шулай уҡ эшмәкәрлек төрҙәрен билдәләй. Закон проектына ярашлы, бындай эштәргә халыҡҡа бәлә-ҡазаларҙа, экологик, техноген йәки башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә, уларҙың эҙемтәләрен еңеп сығыуҙа булышлыҡ итеү, хайуандарҙы, тирә-яҡ мөхитте, тарихи, мәҙәни ҡомартҡыларҙы һәм биләмәләрҙе һаҡлау, бушлай йәки льготалы юридик ярҙам күрһәтеү, хәйриәлек һәм башҡалар инә.
1 июндән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе тәҡдиме менән закон проекты йәмәғәтселек тарафынан тикшерелеүгә сығарылды. Тәҡдимдәр Константин Толкачевтың блогында ҡабул ителә.
“Республикала төрлө сәбәп буйынса төҙөлгән йәмәғәт ойошмалары бихисап. Кемгәлер пиар һәм үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыу кәрәк, кемдер кешеләргә ярҙам итергә теләй, ошондай эште үҙенең бурысы тип иҫәпләй. Тәү ҡарашҡа уларҙың ысын маҡсатын билдәләү ярайһы ғына ҡыйынлыҡ тыуҙыра, ә барыһы ла дәүләттән ярҙам алырға теләй. Шуға күрә законда дәүләттең кемгә һәм нисек ярҙам күрһәтергә тейешлеген аныҡ билдәләү зарур”, — тип яҙа парламент Рәйесе “Йәнле журнал” битендә.
Проектта тәҡдим ителгән сараларға социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға, шулай уҡ уларға матди ярҙам күрһәткән юридик шәхестәргә финанс, мөлкәт, мәғлүмәт йәһәтенән булышлыҡ итеү, консультация, һалым һалыуҙа ташламалар биреү инә.
Финанс ярҙамды республика ҡаҙнаһынан субсидия бүлеү юлы менән тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад