5 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәргән 2011 — 2012 уҡыу йылы йомғаҡтарына арналған селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Дмитрий Медведев, былтыр төбәк мәғарифын яңыртыу буйынса күләмле проект тормошҡа ашырыла башланы, тип билдәләне. 2013 йылға тиклем был сараға федераль ҡаҙнанан 120 миллиард һум аҡса бүлеү күҙаллана.
“Быйыл төбәктәргә 60 миллиард һум ебәреләсәк. Шуның 30 миллиард һумы иҫәпкә күсте, аҡсаны һөҙөмтәле файҙаланыу өсөн барыһын да эшләү зарур. Яңы уҡыу йылына тиклем ремонт үткәрергә, заманса ҡорамалдар һатып алырға кәрәк”, — тине Хөкүмәт Рәйесе.
Һәр төбәктә уҡытыусының эш хаҡын иҡтисадтағы уртаса кимәлгә еткереү ҙә — Рәсәй Хөкүмәте ҡуйған мөһим бурыстарҙың береһе. “Уҡытыусының абруйын арттырыу, уның социаль хәлен, тормошон яҡшыртыу бик мөһим. Ахыр сиктә һәр төбәктең уңышлы үҫеше уға бәйле”, — тине Дмитрий Медведев.
Л. ДӘҮЛИЕВА.