Иғтибар үҙәгендә — тышҡы сәйәсәт06.06.2012
Сербия президенты Томислав Николичтың үҙ вазифаһын үтәй башлауы, Ашхабадта БДБ илдәре Хөкүмәте рәйестәренең осрашыуы, Владимир Путиндың сит илдәргә тәүге эш сәфәре, АҠШ-тың дәүләт секретары Хиллари Клинтондың Европа һәм Кавказ илдәре буйлап турнеға сығыуы үткән аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғалары булды.

Рәсәй Николичҡа өмөт бағлай

20 майҙа Сербияла президент һайлауының икенсе турында дәғүәсеһе, 2004 йылдан бирле ил менән идара иткән Борис Тадичты еңеп, Томислав Николич президент итеп һайланғайны. Үткән аҙнала ул парламент депутаттары алдында ант биреп, үҙенең вазифаһын рәсми рәүештә үтәй башланы. Томислав Николичтың власҡа килеүен Рәсәйҙә ыңғай ҡабул иттеләр. Уның вариҫы Борис Тадич беҙҙе бик һанға һуҡмай, гел генә Евросоюзға йөҙ тота ине. Ә Рәсәйгә Балҡан ярымутрауында союздаштар кәрәк. Бының өсөн элекке Югославия составындағы илдәрҙән Сербиянан да ҡулайлыһы юҡ. Аналитиктар билдәләүенсә, яңы президент, Сербияның радикаль партияһы етәксеһе Воислав Шешелдең кешеһе булыуға ҡарамаҫтан, Мәскәү менән хеҙмәттәшлек итеү яғында. Ә Шешель туғыҙ йыл инде халыҡ-ара Гаага төрмәһендә тотола. Ул элекке Югославияла хәрби енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйепләнә. Николич Рәсәй президенты Владимир Путин менән осрашҡанда Сербияның НАТО-ға инмәйәсәген белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта уның сит илгә тәүге рәсми визиты Брюсселгә буласаҡ. Бында уға ЕС-тан һис шикһеҙ баҫым яһаласаҡ.

Күптәнге дуҫ

Белоруссия күптән инде Рәсәйҙең иң тоғро союздашы иҫәпләнә. Шуға ла Путиндың президент сифатында иң тәүҙә Белоруссияға барыуына ғәжәпләнәһе түгел. Ул ошо ваҡиғаны махсус көттө, буғай. Ни өсөн тигәндә, “Ҙур һигеҙ” саммиты сиктәрендә АҠШ-ҡа барыу мөмкинлеге булһа ла, Рәсәй башлығы унан баш тартты. Был ҡылығы менән АҠШ-тың бер ваҡытта ла Белоруссияны алмаштыра алмаясағына ишараланы, күрәһең. Владимир Путин Александр Лукашенко менән осрашыу барышында ике ил араһындағы иҡтисади, хәрби хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү, 2015 йылға Евразия берләшмәһен төҙөп бөтөү кеүек мәсьәләләр хаҡында фекер алышты. Был Союзға Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан инә. Ошо өс ил берҙәм иҡтисади зона булып йәшәй башларға тейеш.

ЕС лидерҙары менән осрашыу

Европаға сәфәре барышында Владимир Путин Франция менән Германияла ла булырға өлгөрҙө.
Франция президенты Франсуа Олланд менән осрашыуҙа Сүриәләге, Афғанстандағы хәл-ваҡиғалар тикшерелде. Шулай уҡ Рәсәй-ЕС, Рәсәй-НАТО мәсьәләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Иҡтисади бәйләнештәргә килгәндә, былтыр ике ил араһындағы тауар әйләнеше рекордлы күрһәткескә — 28,1 миллиард долларға еткән. Киләсәктә лә хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды. Айырыуса Йыһанды берлектә үҙләштереү, атом һәм электроэнергия, автомобиль төҙөлөшө йүнәлешендә, НАТО мәсьәләһендә Путин үҙенең ҡаты тороуын белдерҙе. Көнбайыштың Европала ПРО системаһын урынлаштырырға йыйыныуын тәнҡитләп, Ф. Олландтан, Франция алъянс ағзаһы булараҡ, ошо мәсьәләләргә йоғонто яһауын һораны.
Германия канцлеры Ангела Меркель менән Путин күптәнге таныштар. Уларҙың тәржемәсеһеҙ, аралашыуы ла ике аралағы күҙгә күренмәгән кәртәләрҙе емерергә булышлыҡ итә. Германия президенты Йоахим Гауком менән дә осрашып һөйләште Путин. Әммә улар Рәсәйҙе Сүриә мәсьәләһендә үтә “либераль” булыуҙа ғәйепләп, Бәшәр Әсәдте властан алып ташлау яғында булыуын асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Рәсәй иһә әүәлгесә ундағы ҡаршылыҡты тыныс юл менән хәл итеү яғында.

БДБ — Рәсәйҙең терәге

БДБ илдәренең хөкүмәт башлыҡтары Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта осрашты. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев унда ирекле сауҙа бәйләнеше булдырыу мәсьәләһен күтәреп сыҡты һәм уны тормошҡа ашырыу юлдарын билдәләне. Сауҙа итеү зонаһына Үзбәкстанды ла индереү мәсьәләһе ҡаралды. Медведев Төркмәнстан президенты, Белоруссия, Әрмәнстан, Молдова премьер-министрҙары менән айырым осрашып та һөйләште. Молдоваға Рәсәй газын һатыу мәсьәләһе ҡаралһа, Төркмәнстан етәксеһе менән Европаға “зәңгәр яғыулыҡ” транспортлау тураһында һүҙ барҙы. Һуңғыһында уртаҡ фекергә килә алманылар. Төркмәнстан Европа илдәренә газ һатыу өсөн Каспий диңгеҙе төбөнән магистраль һуҙыу яғында, Рәсәй иһә быға ҡырҡа ҡаршы.

Хиллари яңы союздаштар эҙләйме?

АҠШ-тың дәүләт секретары Хиллари Клинтон Европа һәм Кавказ илдәре буйлап сәфәргә сыҡты. Ул Дания, Норвегия, Швецияла булып өлгөрә лә инде. Эш сәфәре барышында экологик тема менән бер рәттән терроризмға ҡаршы көрәш, Афғанстан, Яҡын Көнсығыш проблемаларын да тикшерҙе. Кавказ илдәренән ул Әрмәнстан, Грузия, Азербайжан һәм Төркиәлә буласаҡ. Уның Михаил Саакашвили менән осрашыуы барышында Грузияның НАТО-ға ағза итеп алыныу мәсьәләһе тикшерелеүе көтөлә. Был хаҡта Саакашвили үҙе белдергән.

Европа менән хеҙмәттәшлек нығый

3 июндә Санкт-Петербургта Рәсәй-ЕС саммиты башланды. Владимир Путин Европа Советы рәйесе Херман Ван Ромпеей һәм Еврокомиссия рәйесе Жозе Мануэл Баррозу менән осрашып, төньяҡ Африка, Яҡын Көнсығыш, Сүриә, Ливия һәм Ирандың атом программаһы буйынса фекер алышты.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Вернуться назад