Бизнесҡа ҡулға алыу йәки штраф һалыу хәүефе янамаҫҡа, ә судтар үҙ эшенә ғәҙел һәм уйланылған мөнәсәбәт менән иҡтисадты үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш, тине Республика етәксеһе Радий Хәбиров район-ара, район, ҡала судтары рәйестәренең йомғаҡлау кәңәшмә-семинарында.
– Йәмғиәттә ғәҙеллеккә ихтыяж ҙур. Суд – кеше үҙ проблемаһын хәл итеү өсөн мөрәжәғәт иткән һуңғы инстанция, шуға күрә суд системаһы закон һағында тайпылышһыҙ торорға тейеш, – тине ул.
Радий Хәбиров эшҡыуарлыҡ мәсьәләһенә айырым туҡталды.
– Мөлкәткә бәйле бәхәс буйынса һәр эшкә ентекле һәм уйланылған ҡараш булдырыу шарт. Намыҫлы бизнесҡа административ, һалым, енәйәт яуаплылығына тарттырыу хәүефе янарға тейеш түгел. Дәүләт башлығы үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә ошо мәсьәләгә айырым иғтибар бирҙе, – тине төбәк етәксеһе.