"Минең өсөн һайлау алды кампанияһы күптән башланды"21.02.2019
“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәр гражданлыҡ форумында бер егет Радий Хәбировҡа уның һайлау кампанияһына әҙерлегенә бәйле һорау бирҙе һәм сараға республиканың билдәле артистарын йәлеп итергә тәҡдим яһаны.

– Мин һайлау технологиялары тураһында яҡшы беләм, – тип яуапланы Радий Фәрит улы. – Эйе, унда артистарҙы ла йәлеп итәләр. Тик быны мөһим тип һанамайым. Минең өсөн һайлау алды кампанияһы ил етәксеһе ошо вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләгән көндән үк башланды. Көс-ҡеүәтем, һаулығым ни тиклем мөмкинлек бирә, шул хәтлем республика халҡы мәнфәғәте өсөн эшләргә әҙермен.

Шулай ҙа төбәк етәксеһе, әгәр Радик Юлъяҡшин һәм башҡа сәнғәт оҫталары уның тураһында йылы һүҙ әйтә икән, быға ҡаршы түгеллеген, рәхмәтле генә буласағын белдерҙе.


Вернуться назад