Кадрҙар сәйәсәтенең төп йүнәлештәре ҡаралды05.06.2012
4 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Президент ҡарамағындағы Кадрҙар комиссияһының тәүге ултырышын үткәрҙе. Унда төбәктәге кадрҙар сәйәсәтенең төп йүнәлештәре тикшерелде.

Республика Президенты Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьевтың академияла Кадрҙарға тест үткәреү үҙәген ойоштороу тураһындағы тәҡдимен хупланы. Күҙалланыуынса, был үҙәктә төрлө дәүләт хеҙмәте, дәүләт предприятиелары етәкселәре вазифаларына, шулай кадрҙар резервына кандидаттар имтихан тапшырасаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Кадрҙар комиссияһы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән быйыл 29 майҙа ойошторолғайны. Был коллегиаль кәңәш биреү органы дәүләт, дәүләт граждан хеҙмәте, ойошма етәкселәре вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидаттар һайлау менән шөғөлләнә. Комиссияның рәйесе — Башҡортостан Президенты.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад