Баҡсасыларға “тәҙрә” уялар19.02.2019
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Федераль Йыйылыш ҡарамағындағы Закон сығарыусылар советы Президиумы ултырышында ҡатнашты.

Сараны Федерация советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Федоров менән Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары Ирина Яровая үткәрҙе. Көн тәртибенә баҡсасыларҙың мәнфәғәтен яҡлау һәм балаларҙың хәүефһеҙ, сифатлы ялын тәьмин итеү мәсьәләләре индерелде.

– Был проблемалар Рәсәйҙәге һәр ғаиләгә ҡағыла тиерлек, – тине Константин Толкачев. – Коллегалар менән баҡсасыларға “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ күрһәтерлек ведомствоны билдәләү зарурлығы тураһында һөйләштек. Был эште Иҡтисади үҫеш министрлығы тормошҡа ашыра алыр ине. Ул баҡсасыларҙы борсоған бөтә темалар – энергия селтәре, һыу тәьминәте, ер бүлеү, күсемһеҙ милекте рәсмиләштереү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса бүтән ведомстволар менән бәйләнеште тәьмин итер ине. Бындай ҡараш бюрократик кәртәләрҙән ҡотолоу, ҡарар ҡабул итеүҙе тиҙләтеү мөмкинлеген бирәсәк. Балаларҙың ялына килгәндә, был өлкәлә хәл ителмәгән проблемалар байтаҡ. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә, йәйге лагерҙар персоналын һайлауға һәм уҡытыуға иғтибарлыраҡ ҡараш булдырырға кәрәк. Балалар ялы өсөн заманса һәм хәүефһеҙ объекттар төҙөлөшөнә аҡса йүнәлткән ойошмалар өсөн һалым ташламаларын күҙ уңында тотоу ҙа артыҡ булмаҫ.




Вернуться назад