Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар18.02.2019
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алкоголле эсемлектәрҙе һатыу рөхсәт ителгән йәште 18-ҙән 21 йәшкә тиклем күтәреү тураһында закон проекты әҙерләне.

Дәүләт Думаһына тапшырыр алдынан документ башҡарма власть федераль органдары тарафынан тикшерелергә тейеш. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова әйтеүенсә, илдә хеҙмәткә һәләтле йәштәге ирҙәрҙең 70 процентҡа яҡын өлөшө алкоголь менән мауығыу һөҙөмтәһендә һәләк була.




Вернуться назад