Юрист кәңәштәре01.06.2012
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Хоҡуғығыҙ юҡ

— Мин Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡыҙы. III группа инвалидымын. Атайым бер нисә йыл элек вафат булып ҡалды. Мин бер үҙем генә йәшәйем, ғаиләм дә, ҡарарға кешем дә юҡ. Пенсиям бик бәләкәй. Вафат булған атайымдың пенсияһын ала алмайыммы икән?
Венера, Бөрйән районы.


— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙҙең бындай хоҡуғығыҙ юҡ. Тик бер үҙегеҙ генә йәшәп һәм ҡараусы кешегеҙ булмаған осраҡта, ҡараусығыҙҙы юғалтыу буйынса пенсия алыуға дәғүә итә алаһығыҙ. Йәшәгән урынығыҙ буйынса пенсия фонды бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Унда һеҙгә ҡараусығыҙҙы юғалтыу буйынса пенсия иҫәпләргә тейештәр.

Судҡа барып ҡарағыҙ

— Никахта торған саҡта ирем үҙ исеменә фатирҙы хосусилаштырғайны. Уның менән айырылышҡан осраҡта, мин был фатирҙы бүлешеүгә дәғүә итә аламмы?
Альбина, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


— Рәсәй Ғаилә кодексының 34-се статьяһына ярашлы, никах ваҡытында алынған мөлкәт дөйөм мөлкәт булып тора. Шуға күрә айырылышҡан саҡта ир менән ҡатын икеһе лә булған барлыҡ мөлкәттең яртыһына дәғүә итә ала. Ә бына никахҡа тиклем алынған милек һәм шулай уҡ никахта йәшәгән ваҡытта икеһенең береһенә бүләккә бирелгән йәки мираҫ менән ҡалдырылған милек уныҡы ғына булып иҫәпләнә һәм бүленмәй.
Хосусилаштырыуға килгәндә, Рәсәй Федерацияһы законына ярашлы, ирегеҙҙең үҙ исеменә хосусилаштырған милке уныҡы ғына булып иҫәпләнә. Фатирҙы хосусилаштырыу, дәүләт тарафынан граждандарға түләүһеҙ эшләнә торған сделка иҫәпләнә. Шуға күрә был фатир никахта бергә тапҡан милек булып һаналмай һәм айырылышҡан осраҡта бүленергә тейеш түгел. Шулай ҙа судҡа мөрәжәғәт итергә һәм фатирҙы никах ваҡытында бергә тапҡан милек икәнлеген дәлилләтеп ҡарарға мөмкин. Бының өсөн бергә йәшәгән саҡта һеҙҙең йәки икегеҙ бергә тапҡан аҡсаға фатирға капиталь ремонт, реконструкция йәки башҡа ҙур эштәр башҡарылғанын дәлилләү кәрәк (әгәр был эштәр ысынлап та башҡарылған булһа). Был Ғаилә кодексының 37-се статьяһында яҙылған.


Вернуться назад