Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан стендын ҡараны.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың инвестиция мөмкинлектәре, ҙур проекттар тураһында һөйләне. Премьер-министр шулай уҡ “СибайПлитПром” йәмғиәтенең ОСП заводы төҙөү проекты менән танышты. Объект сафҡа ингәс, бер меңдән ашыу кешене эш менән тәьмин итеү күҙаллана.
Дмитрий Медведев Башҡортостандың инвестиция мөмкинлектәрен юғары баһаланы.