Депутаттар әүҙемерәк булһын ине14.02.2019
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфө ҡала Советы ултырышында ҡатнашты.

Парламент спикеры муниципаль депутаттарҙы сәләмләне. Уның әйтеүенсә, граждандарҙың тормошон яҡшыртыу, килемен арттырыу, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәғарифты, мәҙәниәтте, социаль хеҙмәттәрҙе үҫтереү дәүләт власы органдарының да, урындағы үҙидараның да төп бурысы.

– Ун ике милли проектта, Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә һәм Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә ошо бурыстар билдәләнә, – тине ул.


Константин Толкачев ҡала Советы депутаттарын закон сығарыу инициативаһы хоҡуғынан әүҙемерәк файҙаланырға, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тәҡдимдәр индерергә, баш ҡала халҡын ҡануниәтте камиллаштырыуға йәлеп итергә саҡырҙы.





Вернуться назад