Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров “Россельхозбанк” акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Борис Листов менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе.
Сарала республикабыҙҙа банк ҡатнашлығында агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Ошонда уҡ Башҡортостан менән “Россельхозбанк” араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уның төп йүнәлештәренә кредитлау системаһын үҫтереү, сәнәғәт, ауыл хужалығы, транспорт һәм торлаҡ-коммуналь инфраструктура өлкәһендә берлектәге инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу, индустриаль һәм технологик парктар, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен асыуҙа булышлыҡ итеү һәм башҡалар инә.