Илдең исемен үҙгәртәбеҙ13.02.2019
Филиппин башлығы Родриго Дутерте илдең исемен "Махарлика Республикаһы" тип үҙгәртеү ихтималлағы хаҡында белдерҙе.

Дутерте филлипин мәҙәниәтенә Испанияның тәьҫирен тәнҡитләне һәм элекке президент Фердинанд Маркостың дәүләттең "испан" һүҙен йөрөтөүҙән баш тартыу фекерен иҫкә төшөрҙө.

"Беҙҙең ил исемен испан короле Филипп хөрмәтенә, уның сәйәхәт сығымын тулыһынса ҡаплағанлыҡтан, Магеллан ҡушҡан. Был мәғәнәһеҙлек. Беҙ быны ҡасан да булһа, үҙгәртәсәкбеҙ", – тине Дутерте.


Дәүләт башлығы Маркостың тәҡдимен хупланы. Уның әйтеүенсә, "махарлика" малай һүҙе, ул тыныслыҡ тигәнде аңлата.




Вернуться назад