Башҡортостанда Сыуаш Республикаһы мәҙәниәте көндәрен асыу тантаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Сыуашстан етәксеһе Михаил Игнатьев ҡатнашты.
Тантанаға килеүселәр сыуаш халҡының рухиәтен сағылдырған күргәҙмә менән танышты, артабан Сыуашстан дәүләт филармонияһы сәхнәләштергән “Нарспи” мюзиклын ҡарап кинәнде.
Ҡотлау һүҙе менән ике төбәктең етәкселәре сығыш яһаны.
— Башҡортостанда йәшәүсе сыуаштар бәхетле, сөнки улар үҙ телендә уҡый ала, мәҙәниәтен тәрәндән өйрәнә, — тине Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙе иҡтисади бәйләнештәр генә түгел, тәү сиратта рухи аралашыу берләштерә. Ошо ҡиммәттәрҙең нығыуы өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ.
Сыуашстан етәксеһе Михаил Игнатьев та күңел түренән сыҡҡан һүҙҙәрен еткерҙе:
— Башҡорт ерендә көн күргән милләттәштәремдең туған телендә аралашып, һеҙҙең менән йылы мөнәсәбәттә йәшәүе ҡыуандыра. Улар бында үҙҙәрен иркен тоя, — тине Михаил Васильевич. — Туғандарса һәм дуҫтарса аралашыуҙың артабан да нығынасағына һис шигем юҡ.
Сыуашстан башлығы Михаил Игнатьев хөрмәт билдәһе итеп Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа сыуаш милли кейемен бүләк итте. Рөстәм Зәки улы ла үҙ сиратында уға башҡорт еләне менән ҡамсат бүрек кейҙерҙе.
А. БАЙМӨХӘМӘТОВ.