Рәсәй Президенты Владимир Путин шаршамбы, 20 февралдә, Федераль Йыйылышҡа 15-се Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.
Мөрәжәғәтнамәлә дәүләт башлығы яҡын киләсәккә ил үҫешенең стратегик йүнәлештәрен билдәләй. Документ сәйәси, иҡтисади мәсьәләләрҙе, шулай уҡ парламенттың закон сығарыу эшмәкәрлегенә ҡағылған тәҡдимдәрҙе үҙ эсенә ала.