Һуңғы арала фәнгә, ғилми йәмәғәтселеккә ҡарата республика етәкселегенең иғтибары бермә-бер артты. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ошо көндәрҙә Рәсәй Фәндәр академияһының Нефть химияһы һәм катализ институтына барыуы ла ошо хаҡта һөйләй.
Президент химия етештереүен республика сәнәғәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше тип белдерҙе. Институт директоры Усеин Джемилев Рөстәм Зәки улына институт буйлап
экскурсия үткәрҙе, музей һәм лабораторияларҙы күрһәтте, ғалимдарҙың өр-яңы эшләнмәләре менән таныштырҙы. Улар араһында ил, донъя кимәлендә баһаланыр яңы эшләнмәләр ҙә бар ине. Президент бында күргәндәре менән ҡәнәғәт ҡалды. Аҙаҡ ул институт коллективы менән осрашып аралашты.
— Эреме ул, уртасамы, кесеме — бөгөн республика химия производствоһы юлында әүҙем үҫешә ала. Беҙҙәге кеүек нефть химияһы комплексы илдә башҡа юҡ, — тине ул. — Дөрөҫөн генә әйткәндә, бөгөн фән ауыр хәлдә. Республиканың тулайым төбәк продуктында фәндең өлөшө бик әҙ. Ул ни бары 0,8 процент, йәғни 7,5 миллиард һум ғына тәшкил итә.
Нефть химияһы һәм катализ институтына Рөстәм Хәмитовтың тәүгегә килеүе. Шуға күрә коллективтың Президентҡа һорауҙары күпләп йыйылғайны. Һөйләшеү фән юҫығында ғына булманы, башҡа өлкәләргә лә ҡағылды. Рөстәм Зәки улы уларҙың барыһына ла тулы яуап ҡайтарҙы.
Ә. ӘЙҮПОВА.