Мәҙәниәт усағына – федераль грант08.02.2019
Учалы районының Ҡунаҡбай мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй”партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте“ проекты сиктәрендә федераль грантҡа эйә булды. Проект граждандарҙы илдең мәҙәни тормошона йәлеп итеү, уларҙың мәҙәни ялын төрлөләндереү, йәш таланттарҙы асыу һәм артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән.

4,1 миллион һумлыҡ гранттың 3,4 миллион һумы федераль ҡаҙнанан бүленгән, 468,5 меңе – республика, ә 205,5 мең һумы урындағы бюджет аҡсаһы.

Грант аҡсаһына тауыш көсәйткес аппаратура, сәхнә кейемдәре, тамаша залына креслолар, яҡтыртҡыс ҡорамалдар, теннис өҫтәле, мебель, оргтехника, шаршауҙы асып-ябыу механизмдары комплекты һ.б. һатып алынасаҡ.





Вернуться назад