Мөһим аҙым яһалды01.06.2012
Италия һәм Башҡортостан йүнселдәре форумдың һуңғы эш көнөндә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты яҡлау, инвестиция һалыу кеүек темаларға фекер алышты.

Ултырыштың йомғаҡлау өлөшөндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов сығыш яһаны, сараның һөҙөмтәле үтеүен, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү, машина эшләү, ағас эшкәртеү, фармацевтика, медицина йүнәлешендә фәһемле һөйләшеү булыуын билдәләне.
– Ике арала хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн мөһим аҙым яһалды, – тине Азамат Фәттәх улы.
Ултырышта шулай уҡ Италияның Мәскәүҙәге илсеһе Антонио Дзанарди Ланди, Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты А. В. Захаров, итальяндар яғынан эшсе төркөмдөң рәйестәше П. Чели, Рәсәйҙең Италиялағы Сауҙа вәкиле Н. О. Шенгели осрашыуҙың әһәмиәте хаҡында һөйләне.
Һуңынан протоколға, килешеүгә, меморандумға ҡул ҡуйылды.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад