Ике яҡ та әҙер01.06.2012
Башҡортостанда Италия вәкилдәренең эшлекле сәфәре дауам итә. Кисә иртән республика Президенты Рөстәм Хәмитов Италияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Антонио Дзанарди Ланди етәкселегендәге делегация менән осрашты. Һөйләшеү ике аралағы хеҙмәттәшлеккә арналды.

Башҡортостан Президенты ҡунаҡтарға республиканың иҡтисади мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
— Яңыраҡ баҫылып сыҡҡан рейтингка ярашлы, Рәсәй ҡалалары араһында Өфө бизнесҡа асыҡлығы буйынса икенсе урын яуланы. Былтыр беҙ был исемлектә ни бары икенсе тиҫтәлә инек, — тине Рөстәм Зәки улы. — Беҙ административ кәртәләрҙе бөтөрәбеҙ, инфраструктураны үҫтерәбеҙ, ҡалаларҙы таҙараҡ һәм күркәмерәк итергә тырышабыҙ.
Антонио Дзанарди Ланди Президенттың был һүҙенә ҡунаҡтарҙы йылы ҡабул итеү буйынса Өфө беренсе урынға лайыҡ тип белдерҙе.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, беҙгә Италия коллегаларынан күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин һәм ике аралағы хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтеү кәрәк. Башҡортостан етәкселеге берҙәм эшмәкәрлекте иҡтисади тармаҡта ғына түгел, ә ғилми, мәҙәни йәһәттән, туризм өлкәһендә лә күрә.
— Һеҙ тәҡдим иткән йүнәлештәр беҙҙе лә ҡыҙыҡһындыра. Бөгөн Италия предприятиелары артабанғы үҫешкә мохтаж. Шуға күрә хеҙмәттәшлек сиктәрен киңәйтеү — иҡтисади көрсөктән ҡасыуҙың иң яҡшы юлы. Беҙ һеҙҙең менән эшләргә әҙер, — тине Антонио Дзанарди Ланди.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад