Республикала “Берҙәм Рәсәй”ҙең ижтимағи әһәмиәтле проекттары конкурсына түбәнге бүлексәләрҙән 282 ғариза тапшырылған. Урындарҙа халыҡтың аныҡ проблемаларын яйға һалыуға йүнәлтелгән проекттарҙың һәр береһе 200 мең һумлыҡ грантҡа дәғүә итә. Рәсәй буйынса иһә алта мең ғариза яҙалған. Быйыл улар араһынан 200 проект һайлап алына.
Әйткәндәй, республикала Балтас районы халҡы иң әүҙем булып сыҡты – уларҙан 35 ғариза тапшырылған.