Ышаныс күрһәтелде05.02.2019
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе ултырышта Рим Ҡәйүмовтың кандидатураһын Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына тәғәйенләү мәсьәләһен ҡараясаҡ.

– Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил биш йылға һайлана, – тип һөйләй Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Рим Ҡәйүмов был вазифала 2009 йылдың февраленән эшләй, уның вәкәләттәре күптән сыҡты, әммә “Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында”ғы законға ярашлы вазифаһында ҡала ала.


Константин Толкачев билдәләүенсә, парламентҡа Рим Ҡәйүмовтың кандидатураһы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тарафынан тәҡдим ителгән.





Вернуться назад