Яҡлауығыҙ өсөн рәхмәт06.12.2011
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикабыҙ халҡына видеомөрәжәғәтендә белдереүенсә, Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау ойошҡан рәүештә һәм уңышлы үтте.
– Һайлаусыларҙың барыһына ла яуаплылыҡ күрһәткәндәре, гражданлыҡ позицияһы, илебеҙ яҙмышы өсөн әһәмиәтле һәм кәрәкле эштән ситтә ҡалмағандары өсөн рәхмәт белдерәм, – тине ул.
Рөстәм Хәмитов һайлау алды һәм һайлау марафонында еңеүсе – Башҡортостанда күпселек тауыш йыйған “Берҙәм Рәсәй” партияһын ҡотланы. Шул уҡ ваҡытта Президент республикала беренсе тапҡыр байтаҡ тауыш йыйған Коммунистар партияһы вәкилдәрен дә тәбрикләне. Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, “Ғәҙел Рәсәй” һәм “Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы” ла һәйбәт кенә һөҙөмтәләргә өлгәшкән.
– Быларҙың барыһы ла – демократияның ҡаҙанышы. Ысынлап та, Башҡортостанда һайлау намыҫлы, лайыҡлы булды, беҙҙең республикала нәҡ шулай булырға тейеш тә. Мин еңеүсе партия исемлегендә беренсе урында торам, әммә Дәүләт Думаһына эшкә китергә йыйынмайым. Үҙемә һәм Хөкүмәтебеҙгә ҡарата ышаныстың ярайһы уҡ ҙур булыуын күрәм. Был иһә артабан эшләү өсөн көс өҫтәй, йәмғиәттең миңә ҡарата ышанысы булған саҡта Башҡортостанда артабан да эшләйәсәкмен. Яҡлауығыҙ өсөн рәхмәт! Республика биләмәһендә һайлауҙа ҡатнашып, ҙур эш башҡарғанығыҙ өсөн оло рәхмәт һеҙгә, – тине Рөстәм Хәмитов республика халҡына мөрәжәғәтендә. – Беҙҙең алда яңы һайлау тора. Март айында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлаясаҡбыҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡала округтарында ҡала Советтарын төҙөйәсәкбеҙ. Артабанғы һынауҙарҙы ла намыҫ менән үтәсәгебеҙгә ышанам.
М. ЗАМАНОВ.


Вернуться назад