Рәмил Исҡужин вазифаһынан китте31.01.2019
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бөгөнгө пленар ултырышында депутаттар Рәмил Исҡужинды республиканың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһынан ваҡытынан алда бушатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Парламент Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, Исҡужин үҙе ғариза яҙған.

Рәмил Исҡужин Контроль-иҫәп палатаһына 2016 йылдың июнендә етәкселек итә башлағайны. Уға тиклем төрлө йылдарҙа Өфөнөң Совет районы прокуроры, Башҡортостан прокуроры урынбаҫары, республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры, Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары булып эшләгән. Федерация Советы ағзаһы булған, бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланған.





Вернуться назад