Ул “кабинеттан сығам” тине29.01.2019
“Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы Президиумы Рөстәм Әхмәҙинуровтың кандидатураһын партияның Башҡортостандағы төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләне.

Башҡарма комиеттың әүәлге етәксеһе Руслан Ғизәтуллин, Кушнаренко районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеү сәбәпле, вазифаһынан бушатыуҙы һорап ғариза яҙҙы.

Рөстәм Әхмәҙинуров Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булды, 2002 йылдан – “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы. Төрлө йылдарҙа республиканың Халыҡты социаль яҡлау, Финанс министрлыҡтарында эшләй, Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалында ректор, университет ректораты ҡарамағында кәңәшсе, Мәскәү өлкәһендәге Красногорск ҡала округының Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе, Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең дирекция етәксеһе булып эшләй.

– Төп бурыс – партияны “йәнләндереү”. Беҙ кабинеттарҙан сығып, халыҡҡа яҡынайырға, уларҙың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә тейешбеҙ. Шуға күрә райондарға йышыраҡ барып, осрашыуҙар, ултырыштар үткәрәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.




Вернуться назад