Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау Башҡортостанда тыныс, эшлекле шарттарҙа барҙы. Халыҡтың әүҙемлеге һәм сәйәси йәһәттән уяулығы, сараны ойоштороусыларҙың үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы арҡаһында етди етешһеҙлектәргә юл ҡуйылманы.
Барлыҡ ҡала һәм райондарҙа ла халыҡҡа гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн һәр йәһәттән уңайлылыҡ булдырырға тырыштылар: физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең, хәрби хеҙмәттәгеләрҙең, ваҡытлыса иркенән мәхрүм ителгәндәрҙең янына комиссия ағзалары үҙҙәре килде; мөһим сара мәлендә республиканан ситкә сығырға мәжбүр кешеләр башҡа ерҙә һайлауҙа ҡатнашыу өсөн махсус танытма алды; тәғәйен йәшәү урыны булмағандарҙы ла онотманылар; йола буйынса, һайлау участкаларында беренсе булып тауыш биреүселәргә бүләктәр, грамоталар тапшырылды.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов күптәргә үҙе өлгө булды: Өфөләге «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында урынлашҡан һайлау участкаһына ҡатыны менән бергәләп иртәнге сәғәт 10-ға тиклем үк килде. Башҡа етәкселәр, депутаттар, сәйәси партияларҙың урындағы лидерҙары, шулай уҡ Дәүләт Думаһының яңы саҡырылышына һайланыуға дәғүә итеүселәр ҙә әүҙемлек күрһәтте.
Башҡортостанда һайлау һөҙөмтәләре йәмғиәттең тотороҡлолоҡҡа ынтылышын сағылдыра. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев белдереүенсә, төбәктә иң күп тауышты «Берҙәм Рәсәй» партияһы йыйған. Уның өсөн тауыш биреүселәр һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың 70,5 процентын тәшкил итә. Икенсе урында – 15,65 процентҡа өлгәшкән Коммунистар партияһы. «Ғәҙел Рәсәй» – 5,45, Либераль-демократик партия – 5,2, «Яблоко» – 1,25, «Рәсәй патриоттары» – 0,54, «Правое дело» 0,39 процент тауыш алған. Дөйөм алғанда, 4 декабрҙә Башҡортостанда һайлаусыларҙың 79,3 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Һайлауҙа иң әүҙеме – Ҡариҙел районы: бында тауыш биреү хоҡуғына эйә булғандарҙың 98,6 проценты мөһим сараға битараф ҡалмаған. Уның артынса Ҡырмыҫҡалы (98,1 %) һәм Балтас (98 %) райондары килә. Дөйөм алғанда, Башҡортостан райондарының 26-һында тауыш биреү әүҙемлеге 90 проценттан артҡан. Ҡалалар араһында беренсе урында – Сибай (81 %). Өфөлә был күрһәткес 70,3 процент тәшкил иткән.
Д. УСМАНОВ.