Республика етәксеһе Радий Хәбиров прокурорҙар алдына сертификатһыҙ алкоголле продукция менән рөхсәтһеҙ сауҙа итеүгә ҡаршы көрәште көсәйтеү бурысын ҡуйҙы. Республика прокуратураһының киңәйтелгән коллегияһында ул ауыл биләмәләре башлыҡтырының ялған алкоголдең халыҡ һаулығына етди зыян килтереүенә зарланыуы тураһында белдерҙе.
– Был афәт кешенең эшкә һәләтенә лә, ғүмер оҙайлығына ла, ғаиләнең именлегенә лә кире йоғонто яһай. Халҡыбыҙға ҡарата геноцидты туҡтатырға кәрәк. Прокуратура органдарынан, бөтә көс структураларынан ялған продукция һатыуға юл ҡуймау йәһәтенән сара күреүҙе, бөтә муниципалитеттарҙа иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа итеү өлкәһен тәртипкә килтереүҙе һорайым, – тине ул.
Миҫалға төбәк етәксеһе Әбйәлил районын килтерҙе. Унда 248 нөктәлә иҫерткес эсемлектәрҙе рөхсәтһеҙ һатыуҙары асыҡланған.
Башҡортостан Прокуроры Андрей Назаров әйтеүенсә, урындарҙағы прокурорҙарға хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары менән берлектә эш итергә, ошо афәткә ҡаршы бергәләп көрәшергә кәрәк.