Подъездар матураясаҡ28.01.2019
Башҡортостандағы бөтә муниципалитеттарҙың сайтында 2024 йылға тиклем подъездарын ремонтлау күҙалланған күп фатирлы йорттарҙың исемлектәре урынлаштырылған.

— Йыл һайын дүрт меңгә яҡын подъезды төҙөкләндереү күҙаллана. Биш йылда йәмғеһе 26 мең подъезды ремонтларға ниәтләйбеҙ, шуларҙың дүрт меңен — быйыл, — тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов.


Программаны тулыһынса тормошҡа ашырыуға алты миллиард һум самаһы аҡса бүленәсәк. Ошо күләмдең бер миллиард һумын тиерлек быйыл подъездарҙы ремонтлауға йүнәлтәсәктәр.

Юрий Палтусов әйтеүенсә, 20 февралгә тиклем күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылыштары үткәрелергә тейеш. Уларҙа халыҡ башҡарылырға тейешле эштәр исемлеген төҙөйәсәк, эшкә контроль һәм ҡабул итеү өсөн яуаплы кешене һайлаясаҡ.

Әйткәндәй, исемлеккә ишектәрҙе, баҫҡыстарҙы, подъезд ҡыйығын ремонтлау, энергияны һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйыу, беренсе ҡаттың иҙәненә плитә түшәү, стеналарҙы, түшәмдәрҙе, йылылыҡ торбаларын буяу, почта йәшниктәрен алмаштырыу инә. 28 февралдән 15 апрелгә тиклем республикала подряд ойошмаларын һайлап, улар менән килешеү төҙөләсәк. Ремонт эштәре 15 апрелдә башлана. Уны 1 ноябргә тамамлау күҙаллана.





Вернуться назад