Ә судьялар кем?..23.01.2019
Башҡортостан Республикаһы Юғары Судында Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль инспектор Михаил Закомалдин һәм Башҡортостан Республикаһы Юғары Суды рәйесе вазифаһын башҡарыусы Земфира Латипова яңы тәғәйенләнгән федераль судьяларға танытмалар тапшырҙы.

Рәсәй Президентының 2018 йылдың 6 декабрендәге 695-се указы менән Флүзә Фәйезова – Өфө ҡалаһының Совет районы суды рәйесе, Рәфис Нәбиев – Киров районы суды судьяһы, Гөлназ Шәрифуллина – Балтас район-ара суды судьяһы, Тамара Баскакова Стәрлебаш район-ара суды судьяһы итеп тәғәйенләнде.



Вернуться назад