Халыҡ әүҙемлек күрһәтте06.12.2011
Мәләүез
Тауыш биреү 63 һайлау участкаһында барҙы. Райондың Иштуған һәм Һарыш ауылдарындағы участкаларҙа бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары ҡуйылды. Партияларҙың вәкилдәре һайлау барышын күҙәтте.
Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Виталий Иванов, районда һайлау тыныс һәм ойошҡан рәүештә үтте, етешһеҙлектәр булманы, тип билдәләне.

Октябрьский
Сараның мөһимлеген яҡшы аңлаған кешеләр иртәнге сәғәттә үк үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыҡты.
— Халыҡтың сәйәси әүҙемлеге ҡыуандыра: ике сәғәт эсендә 200-ҙән ашыу кеше тауыш биреп өлгөрҙө, — тине участка комиссияһы рәйесе Әлфиә Вәлиева. — Шуныһы мөһим: күпселек һайлаусыларҙың Дәүләт Думаһында ниндәй сәйәси партияларҙы күрергә теләүе алдан уҡ хәл итеп ҡуйғанлығы күҙгә ташлана. Тимәк, юғары дәүләт власы органына лайыҡлы депутаттар һайланасағына ышаныс ҙур.

Борай
Һайлауҙа 21 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 53 һайлау участкаһының бишәүһе һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары менән йыһазландырылғайны. Һайлауға тәүгеләрҙән булып килеүселәргә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһының рәхмәт ҡағыҙҙары, китаптар тапшырылды, йәш һайлаусыларға сувенирҙар бүләк ителде.

Бөрйән
Районда 11,5 меңдән ашыу кеше тауыш бирҙе, шуларҙың 126-һы — тәүләп һайлаусылар. Бөтәһе 35 һайлау участкаһы ойошторолдо. Иң ҙур участкалар район үҙәге Иҫке Собханғолда һәм Байназар ауылында эшләне. Участка комиссиялары вәкилдәре физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең өйҙәренә барып тауыш бирҙерҙе. Районда йәмғеһе 800-гә яҡын инвалид иҫәпләнә.
Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Һатыбал Мерәҫов әйтеүенсә, Бөрйән районында халыҡ һайлауҙа әүҙем ҡатнашты.

Ғафури
47 һайлау участкаһына 24 меңдән ашыу кеше килде. Дүрт участкала — Красноусол, Сәйетбаба, Ҡарағай һәм Юлыҡ ауылдарында — һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары урынлаштырылды. Район үҙәге Красноусолда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус участка эшләне. Бында пандустар, күреү һәм ишетеү һәләте насар булған кешеләр өсөн тейешле приборҙар ҡуйылды, кешеләрҙе транспортта ташыу ойошторолдо. Һайлауҙа тәүгә ҡатнашҡан йәштәргә бүләк бирҙеләр.

Мишкә
Бында һайлау кампанияһы тарихында тәүге тапҡыр бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары ҡулланылды. Бындай комплекстар Мишкә һәм Ирсай ауылдарында ҡуйылды. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Елена Апалиева әйтеүенсә, һайлау юғары кимәлдә, әүҙем үтте. Ниндәй ҙә булһа етешһеҙлектәр теркәлмәне.

Салауат
Районда 20 мең һайлаусы өсөн 42 һайлау участкаһы эшләне.
Тәүге тапҡыр тауыш биргән йәштәргә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы дипломдары, китаптар, канцелярия кәрәк-яраҡтары тапшырылды, ә 90 йәшлектәргә һәм олораҡтарға (районда ундайҙар 170 кеше) сувенирҙар, шәл бүләк ителде.

Хәйбулла
58 һайлау участкаһында 20 меңдән ашыу кеше тауыш бирҙе. Кәрәк урындарҙа инвалидтар өсөн пандустар яһалғайны, насар күргәндәргә лупалар тәҡдим ителде. Тәүге тапҡыр һайлаусыларға айырым иғтибар бүленде: уларға грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Байтаҡ участкала “Берҙәм Рәсәй”, “КПРФ” һәм “Ғәҙел Рәсәй” партияларынан күҙәтеүселәр булды. Металлургия предприятиеһында вахта ысулы менән эшләүсе 600-ләп кеше өсөн һайлау участкаһы Петропавловка ауылында ойошторолдо.

Дыуан
Халыҡ 38 участкала тауыш бирҙе. Ҡайһы берәүҙәрҙең килер әмәле булмағас, һайлау комиссияһы ағзалары өйҙәр буйлап та йөрөнө. Был мөмкинлектән райондың 120 инвалиды файҙаланды.
Тәүге тапҡыр ҡатнашҡан 225 егет һәм ҡыҙ бүләккә грамоталар һәм сувенирҙар алды. Мәҙәниәт йорттары күңел асыу саралары үткәрҙе, участкалар янында сауҙа ойошторолдо.
Даян МӘЖИТОВ,
Миҙхәт ШӘРИПОВ әҙерләне,
“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.


Вернуться назад