Халыҡты нимә борсой?18.01.2019
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, белеүегеҙсә, хәҙер власть органдары, төрлө ойошма-учреждениеларҙан алған хеҙмәт буйынса дәғүәләрҙе Башҡортостан етәксеһе һәм муниципалитет башлыҡтарының социаль селтәрҙәрҙәге рәсми сәхифәләренә лә яҙырға була. Күптәр шулай эшләй ҙә.

Ә мөрәжәғәттәрҙең ниндәйе генә юҡ: ҡаты көнкүреш ҡал­дыҡтары, торлаҡҡа сираттан алып төнөн сигналын ҡыс­ҡыртып йөрөгән автомо­бил­дәргә тиклем. Иң мөһиме, был эш алымы һөҙөмтәле: ҡайһы бер мәсьәләләр ярты сәғәт эсендә хәл ителә, ҡайһы берҙәре контролгә алына.

Мәҫәлән, һуңғыларының береһенә күҙ һалғанда, Стәр­летамаҡ ҡалаһында “Октябрь проспектындағы 43-сө йортта йылылыҡ юҡ” тигән хәбәр барлыҡҡа килде. Ысынлап та, сатлама һыуыҡта бындай хәлгә ҡалһаң, ай-һаң, еңел түгел. Баҡтиһәң, дөйөм йортта бөтәһе лә яҡшы, тик ҡайһы бер фа­тирҙарҙа, ябайлаштырып әйт­кәндә, йылылыҡ системаһында һауа барлыҡҡа килеү сәбәпле, градус түбән “тәгәрәгән”. Иң мөһиме — хәҙер фатирҙарҙа йылы бар, әле тейешле хеҙмәт ошо мәсьәлә менән мәшғүл.





Вернуться назад