Осрашыу һөҙөмтәле булмаҡсы30.05.2012
Кисә сәнәғәт округтары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң XX ултырышында ҡатнашасаҡ ҡунаҡтар Өфөгә килде.

1 июнгә ҡәҙәр дауам итәсәк был сарала пленар ултырыштан тыш “түңәрәк өҫтәл”дәр, ике яҡлы хеҙмәттәшлек буйынса Италия һәм Рәсәй эшҡыуарҙарының осрашыуҙары көтөлә. Атап әйткәндә, энергия һаҡлаусы технологиялар, төҙөлөш һәм экотехнологиялар, ағас эшкәртеү, мебель етештереү, дизайн һәм архитектура, медицина, фармацевтика һәм башҡа өлкәлә фәһемле һөйләшеүҙәр буласаҡ. Сарала шулай уҡ Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡанаты аҫтында Эшлекле бәйләнештәр биржаһы ойоштороласаҡ.
Ултырышта 500-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Шуның 116-һы — Италиянан, 80-е – Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән.
Башҡортостан йүнселдәре был ултырышты ҙур ҡыҙыҡһыныу менән көттө. Унда республиканың 40 муниципаль берәмегенән урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Шуны өҫтәргә кәрәк: алдан Италияның төрлө предприятиелары, эшҡыуарҙарҙың ижтимағи берләшмәләренә уларҙың анкеталары ебәрелгәйне. Ҡунаҡтар, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған анкета авторҙары менән осрашып, артабан хеҙмәттәшлек итеү буйынса һөйләшәсәк.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад