Украина Рәсәйҙән яҡлау эҙләй30.05.2012
Мысырҙа президент һайлауы үтеүе, Франция президенты Франсуа Олландтың кинәт кенә Афғанстанға барыуы, Сүриәләге ҡан ҡойоштоң дауам итеүе, Украина премьер-министры Николай Азаровтың Рәсәйгә эш визиты менән килеүе, Дмитрий Медведевтың “Берҙәм Рәсәй”гә етәкселек итә башлауы үткән аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғалары булды.

Власҡа радикалдар килеүе ихтимал

Хөсни Мөбәрәк көс менән тәхеттән алып ташланғаны бирле Мысырҙа сәйәси тотороҡһоҙлоҡ хөкөм һөрә ине. Быға тик халыҡ тарафынан һайланған яңы власть — президент ҡына сик ҡуйыр тип көтөлдө. Үткән аҙналағы президент һайлауында тиҫтәнән ашыу кандидат араһынан береһе лә тейешле тауыш йыя алманы. Тәүге һөҙөмтәләр күптәрҙе ғәжәпләндерҙе лә, һағайтты ла. Ни өсөн тигәндә, Хөсни Мөбәрәк ваҡытында тыйылған партия — “Мосолман-туғандар” вәкиле Мөхәммәд Мурси иң күп тауыш йыйыуға өлгәште. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һайлаусыларҙың 24,9 проценты уның өсөн тауыш биргән. Икенсе урында иһә Мысырҙың элекке премьер-министры Әхмәд Шафиҡ (24,5 процент) килә. Хәҙер иһә уларға икенсе турҙа үҙ-ара көс һынашырға тура киләсәк. Өсөнсө урынды үҙаллы кандидат Әбделмән Әбделфатих яулаған. Ул үҙенең еңелеүен танырға теләмәй һәм һайлау комиссияһын судҡа бирергә йыйына. Билдәле булыуынса, әлеге мәлдә Мысырҙа власть ҡораллы көстәрҙең Юғары советы ҡулында, тап ул ил менән ваҡытлыса идара итә лә инде. Әхмәд Шафиҡ үҙенең һайлау алды программаһында билдәләүенсә, еңеп сыға ҡалһа, элекке режим һаҡланмаясаҡ. Ул бөтөнләй яңы ҡоролош, яңыса етәкселек итеүҙе вәғәҙәләй. “Мосолман-туғандар” хәрәкәте вәкилдәре лә тик ятмай. Үҙҙәренең кандидаты — Мөхәммәд Мурси еңеп сыҡһын өсөн бар тырышлығын һала.

Социалист Олланд НАТО-ға ҡаршымы?

Францияның яңы президенты Франсуа Олландтың көтмәгәндә Афғанстанға барыуы Европала ла, океан аръяғында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул үҙенең һайлау алды программаһында уҡ француз ғәскәрен Афғанстандан сығарыу кәрәклеге хаҡында белдергәйне. Әле килеп уның сит илгә тәүге сәфәрҙәренең береһе итеп Афғанстанды һайлауы бик сәйер күренде. Икенсе яҡтан, был аҙымы Ф. Олландтың һайлаусылары алдында биргән вәғәҙәһен тиҙ арала үтәргә тырышып, үҙенең рейтингын күтәреү икәнлеген дә күрмәү мөмкин түгел. Әммә Олланд теләгән хәлдә лә, француз ғәскәрен тиҙ арала ғына Афғанстандан сығарыу мөмкин түгел, сөнки Франция НАТО ағзаһы булып тора. Ә хәрби берләшмәгә ингән дәүләт үҙаллы хәрби ҡарар ҡабул итә алмай. Дөрөҫ, ил етәкселегенең фекере иҫәпкә алына. Франсуа Олланд ошоға иҫәп тота ла инде һәм был тәңгәлдә АҠШ президенты Барак Обама менән уртаҡ тел табырына ышана. Обама ризалыҡ бирһә, НАТО етәкселеге лә ризалашты тигән һүҙ. Был йәһәттән АҠШ йоғонтоһо ныҡ көслө. Һөйләшеп килешкән хәлдә лә Франция үҙ ғәскәрен тик 12–18 ай үткәс кенә сығара аласаҡ, ти белгестәр. Әле Афғанстанда 3,4 мең тирәһе француз һалдаты иҫәпләнә. Унда НАТО-ның хәрби операцияһы башланғаны бирле 80 француз һалдаты һәләк булған.
Сәфәр барышында Франсуа Олланд Афғанстан президенты Хәмит Карзой менән осрашып, уларға һәр йәһәттән ярҙам күрһәтеү хаҡында ла килеште. Шулай итеп, социалист Франсуа Европала үҙ сәйәсәтенең башҡаларҙыҡынан айырылып торасағын белдерергә итә. Ул яңыраҡ ҡына ЕС мәсьәләһендә Германия канцлеры Ангела Меркель менән һүҙгә килешеп, был тәңгәлдә Францияның позицияһы Германияныҡынан ныҡ айырылып тороуын төшөндөргәйне. Әле килеп НАТО-нан ситләшергә ынтылыуы Ф. Олландтың сәйәсәттә яңы йүнәлеш алырға иҫәп тотоуына ишаралай.

Европарламенттың яңы дәғүәһе

Страсбургта Европа парламенты Украинаға ҡарата яңы резолюция ҡабул итте. Уның төп асылы — сәйәси йүнәлеш буйынса хөкөм ителеүселәрҙе иреккә сығарыу. Рәсми Киев Европарламенттың был аҙымын “үтә эмоциональ” тип баһаланы һәм “иғтибарға аласаҡтар”ын белдерҙе, йәғни Украина етәкселеге Юлия Тимошенко өсөн генә Евросоюз менән бик тәмһеҙләшкеһе килмәй. Шул уҡ ваҡытта ул был мәсьәләлә Рәсәйҙән яҡлау эҙләгән кеүек. Украина премьер-министр Николай Азаровтың 26 майҙа Мәскәүгә килеүе ошоно иҫбатлай. Ул Рәсәйҙең ике лидеры — Владимир Путин һәм Дмитрий Медведев менән дә осрашты. Һөйләшеү барышында ике ил араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде. Ҡунаҡты айырыуса авиация тармағы, энергетика мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы. Украина президенты Виктор Ющенко ваҡытында Украина—Рәсәй мөнәсәбәттәре бик киҫкенләшеп, байтаҡ аңлашылмаусанлыҡтар булып алғайны. Әле килеп Николай Азаров шул “яндырылған күпер”ҙе яңынан тергеҙмәксе, күрәһең. Рәсәйгә ярамһаҡланыу йөҙөнәнме, әллә, ысынлап та, урындағы халыҡ һорауы буйынсамы, Украинаның 27 өлкәһенең 13-өндә украин теле менән бер рәттән урыҫ теленә дәүләт статусы биреү тураһында һүҙ алып барыла. 25 майҙа Юғары Рада ошо мәсьәләне ҡарарға тейеш ине. Әммә оппозиция вәкилдәре, йәғни Юлия Тимошенко яҡлылар пикет ойоштороп, һуңынан Юғары Радала йоҙроҡ һуғышында бер-береһенең яңаҡтары ныҡлығын һынап ҡарағандан һуң, парламент бер ниндәй ҡарар ҡабул итә алманы. Николай Азаров ошо тәңгәлдә лә Рәсәйҙән яҡлау һәм хуплау өмөт итә булһа кәрәк. Ни тиһәң дә, Рәсәй сит илдәрҙә йәшәүсе урыҫтарҙың мәнфәғәтен һәр саҡ яҡлап килде. Юғары Рада ошондай мәсьәләне тикшереүгә сығара икән, әлбиттә, Рәсәй тарафынан хуплау ғына табасаҡ.

Хөкүмәт башлығы партия етәксеһе лә

26 майҙа Мәскәүҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһының ХIII съезы булып үтте. Был форумда партияның яңы етәксеһе итеп Дмитрий Медведев һайланды. Ул үткән аҙна башында ғына “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенә ингәйне. Дмитрий Медведев яңыртылған Рәсәй тарихында беренсе партиялы Премьер-министр булып хәтерҙә ҡалыр, моғайын. Уға тиклем эшләгән Хөкүмәт башлыҡтарының береһе лә партия ағзаһы булманы. Премьер-министрҙың власть партияһына етәкселек итә башлауы Дәүләт Думаһында былай ҙа күпселекте тәшкил иткән “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе яҡлылар өсөн тағы ла бер “плюс” буласаҡ.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Вернуться назад