Башҡортостандың сауҙа селтәре вәкилдәре Бөтә донъя аҙыҡ-түлек күргәҙмәһендә ҡатнашты. Уны Һиндостандың баш ҡалаһы Делиҙа ойошторғайнылар.
“IndusFood” тип аталған был сарала ошо дәүләттән 500-ҙән ашыу һәм башҡа илдәрҙән 800-ләп ойошма ҡатнашҡан. Рәсәйҙең 70 эшҡыуары араһында беҙҙең республика вәкилдәре иң күбе булған. Был иһә Башҡортостан менән Һиндостан араһындағы сауҙа хеҙмәттәшлеген киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк.