Республика етәксеһе Радий Хәбиров менән Ҡырым Башлығы Сергей Аксенов рәсми осрашыуҙан һуң Сибай ҡалаһына юлланды. Унда улар Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалындағы карьерҙа булды.
Төбәктәр башлыҡтары урында хәл менән танышты, бында ойошторолған оператив штабта эшләгән республиканың сәнәғәт министры Алесей Карпухин һәм һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәева менән аралашты. Динара Йәнекәева әйтеүенсә, Сибайға командировкаға килгән табиптар бөгөн генә 650 кешене ҡабул иткән.
Сергей Аксенов Ҡырым шифаханалары бушлай 500 Сибай балаһын ҡабул итергә әҙерлеге тураһында хәбәр итте.
– Тәү сиратта хәүефле урынға яҡын йәшәгән, аҙ тәьмин ителгән, медицина күрһәткестәре булған балаларҙы ҡарағыҙ. Юл йөрөтөү буйынса уйланығыҙ, беҙ ярҙам итербеҙ, – тине Радий Хәбиров ҡала властарына. – 500 баланы йыйыу – еңел булмаған бурыс. Республика өс чартер ойоштороуҙо үҙ өҫтөнә аласаҡ.