Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһында дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу тураһында”ғы республика Законының 5-се статьяһына үҙгәрештәр индереүгә ҡағылышлы закон проектын ҡарарға ниәтләй.
Проектта дәүләт һәм муниципаль милекте кемдәргә һатып алыу хоҡуғы бирелеү-бирелмәүе билдәләнә. Парламент Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, бында офшор компаниялар хаҡында һүҙ бара. Әгәр улар аҡса сығанағы йәки милексе тураһындағы мәғлүмәтте йәшерә икән, дәүләт мөлкәтен һатып ала, өҫтәмә ташламаларҙан һәм гарантияларҙан файҙалана алмай.