Көкөрт еҫен түгел, диңгеҙ һауаһын һуларға18.01.2019
Сибайҙан 500 бала тиҙҙән Ҡырым шифаханаларына ял итергә һәм һаулығын нығытырға юлланасаҡ. Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырым делагацияһы менән осрашыу ваҡытында ошо хаҡта белдерҙе.

Ҡырым Республикаһы башлығы Сергей Аксенов Сибайҙа экологик хәлдең киҫкен булыуын ишеткәс, балаларҙы үҙҙәренә саҡырған. Радий Фәрит улы уға:
– Дуҫлыҡ ауыр минуттарҙа бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙғанда беленә. Бындай мөмкинлек өсөн ҙур рәхмәт, – тине.

Ҡырым етәксеһе Сергей Аксенов үҙ сығышында Башҡортостандың хәстәрен даими тойоп йәшәүҙәре хаҡында әйтте:
– Республика Белогорск районына күп ярҙам итә. Бындай берҙәмлек һәм дуҫлыҡ – барлыҡ Рәсәй төбәктәренең уңышҡа илткән юлы.





Вернуться назад