Диңгеҙ менән тау осрашты18.01.2019
Өфөгә Ҡырым Республикаһының вәкиллекле делегацияһы килде. Баш ҡала аэропортында Ҡырым башлығы, Министрҙар советы рәйесе Сергей Аксеновты, шулай уҡ министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәрен Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, Өфө мэры Өлфәт Мостафин ҡаршы алды.

Республика Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике көнлөк сәфәр барышында Сергей Аксенов төбәк етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашасаҡ, шулай уҡ Ҡырым һәм Башҡортостан вәкилдәренең осрашыуҙары ойоштороласаҡ. Делегацияны Өфөләге сәнәғәт һәм социаль объекттарҙың эше менән таныштырыу күҙаллана.


Вернуться назад